Ҡотҡарыусылар боҙҙо шартлата башланы

Ҡотҡарыусылар ташҡын ваҡытында тығындар булмаһын өсөн боҙҙо шартлата башланы.
  • Ҡотҡарыусылар боҙҙо шартлата башланы

Ташҡын һыуҙары иң юғары кимәленә апрель урталарында етер, тип көтөлә. Архангел районындағы кеүек былтырғы хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн әленән үк әҙерләнеү мөһим, тип иҫкәртә белгестәр. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.

Был эштә түҙемлек, яуплылыҡ һәм тиҙлек мөһим. Ҡотҡарыусылар аэрокәмәне әҙерләй. Уға дүрт яҡлап та тын тултырырға кәрәк. Артабан беҙ ҡотҡарыусылар менән. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар Инйәр йылғаһы буйлап разведка эштәре үткәрә. Аэрокәмә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек менән үтә. Вадим Богданов бына инде 10 йылдан ашыу ҡотҡарыусы булып эшләй. Хаталарға урын юҡ, команда бер бөтөн кеүек булырға тейеш, ти ул. Архангел районы биләмәһенән үткән Инйәр, Баҫыу, Еҙем, Көрт йылғалары яҙын эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн хәүеф тыуҙыра. Әйткәндәй, ташҡынға әҙерлек ноябрь айынан уҡ башланған. Ауыл хакимиәте башлыҡтары исемлектәр төҙөгән, кемдә һәм күпме мал бар, ҡойолар һаны барлана, һөҙөмтәлә район буйынса 1000-гә яҡын йортҡа һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай.

Һуңғы ике аҙнала йылғаларҙа боҙҙо ҡарайталар. Тәбиғәттән көслөрәк булыу мөмкин түгел. Үткән йылда 19 март төнөндә Инйәр ярҙарынан сығып 15 минут эсендә Аҙау ауылын баҫҡайны. 50-гә яҡын ихата зыян күрҙе. Йылғаларҙа боҙҙо шартлатыу бик һөҙөмтәле. Был яҙғы ташҡын ваҡытында боҙҙоң тиҙерәк ағып китеүенә, йорттарҙы һыу баҫыу хәүефен булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Оборона министрлығының 12-се сапер-инженер бригадаһы Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте менән берлектә бындай эштәрҙе йыл да башҡара.Боҙ тығындары барлыҡҡа килмәһен өсөн Үҙәк хәрби округ саперҙары дүрт этаптың беренсеһендә йылғала 200 метрҙан ашыу боҙҙо шартлата, 50 килограмм самаһы шартлатҡыс матдә ҡуллана. Боҙҙо ваҡланһын өсөн 10 метр һайын боҙ тишелеп 15 шартлатҡыс ҡуйыла. Архангел районының Инйәр йылғаһында боҙҙо шартлатыу киләһе көндәрҙә лә дауам итәсәк. Эргә-тирәләге ауыл халҡынса борсолмаҫҡа, шулай ҙа ташҡынға әҙерләнергә кәңәш ителә.