Быйыл ул яңы форматта үтәсәк. Номинациялар ҙа күп. Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә, үҙең тураһында белгертеү өсөн был Башҡортостан предприятиелары өсөн яҡшы мөмкинлек тип яҙып сыҡты. Республиканың 636 предприятиеһы әле экспортҡа эшләй. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында киләбеҙ. Беү сейсал ғына түгел, технологиялар, интеллектуаль эшләнмәләр һатабыҙ. Ышаныслы партнерҙар менән бәйләнештәрҙе нығытып ҡына ҡалмайбыҙ, яңыларын да эҙләйбеҙ. Республикан экспортҡа ярҙам үҙәге лә уңышлы эшләй. Быларҙың барыһы ла яҡшы һөмтәләр бирә. Әммә яуланғанда ғына туҡталып ҡалырға ярамай, тигән Республика башлығы Радий Хәбиров.
Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән
Рәсәйҙә "Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән" Бөтә Рәсәй премияһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.







