Ултырышты Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов үткәрҙе. Уның эшендә шулай уҡ видеэлемтә аша Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Игорь Карачин ҡатнашты.
Совет ултырышында билдәләнеүенсә, Башҡортостан Агентлыҡтың алдынғы башланғыстарын индереүҙә һөҙөмтәле система булдырған алдынғы төбәктәрҙең береһе. 2025 йылда рспублика тормош сифаты рейтингында 40-сы урындан 9-сы урынға күтәрелде. Шулай уҡ ундатөҙөкләндереү, мәғариф һәм башға мәсьәләләр тикшерелде. Һуңғы йылдарҙа педагогтарға бюрократик баҫым күпкә кәмегән.
Өфө шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығының төбәк сервис вәкилдәренең тәүге конференцияһын үткәреү урыны итеп билдәләнде. Рәсәйҙә төбәк сервис вәкилдәре институты 2019-сы йылда барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер улар илдең 50 төбәгендә уңышлы эшләй.







