Эсәр һыу сифаты нисек?

Тулыраҡ: Эсәр һыу сифаты нисек?

Өфөлә йәшәүселәрҙең бер төркөмө ҡалала эсәр һыу сифаты насарайыуға борсолоу белдерҙе. Улар мөрәжәғәт әҙерләп ҡала хакимиәтенә тапшырҙы. Әммә белгестәр әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ. Эсәр һыуҙың бысраныуын иҫкәртеү өсөн Өфөлә меңләгән һынау өлгөһө алынып, меңләгән тикшереү үткәрелә. Белгестәр һыу сифатына ҡағылған һәр осраҡты етди иғтибар үҙәгенә ала. Ташҡын осоронда лабораториялар көсөргәнешле эш тәртибенә күсә. Крандан аҡҡан ғына түгел, асыҡ ятҡылыҡтарҙағы һәм скважиналарҙағы һыу көнөнә бер нисә тапҡыр тикшерелә. Шулай ҙа крандан алынған һыуҙың самаһын белеп эсеү хәйерле, ти белгестәр.