Балалар баҡсалары хәҙер бар ваҡыты менән тырышлығын тәрбиә һәм мәктәпкәсә белем биреү бурыстарына бағышлай ала. Туҡландырыу мәсьәләһен иһә аутсорсинг компаниялары үҙ иңенә алды. Был яңылыҡтан кемдәр отто. Һәр төрлө яңылыҡты ла бер аҙ һағайып ҡабул итеү кешенең тәбиғи һыҙаты. Бигерәк тә ул балаларға ҡағылһа. Бәләкәстәрҙе баҡсала туҡландырыу хеҙмәтен аутсорсинг компанияларына тапшырыуға ата-әсә шикләнеп ҡараһа, дүшәмбе иртән бутҡа урынына макарон тулы тәрилкәне күргән балаларҙың һөйөнөсөнөң сиге булмай. Төшкө ашҡа ла уларҙы яратҡан борщ һәм компот көтә. Башҡаланың 240-сы балалар баҡсаһы сеймал аутсорсингына күсте. Ашнаҡсылар элеккесә иртә таңдан үҙ бурыстарына тотона. Тик улар әҙерләгән аш, бутҡа, салаттар өсөн сеймалды мәктәп туҡландырыу комбинаты килтерә. Ярымфабрикат тигәндәре бешерергә әҙер сей ит, ярма, йәшелсәнән тора.Яңылыҡ булғас үҙгәрештәр ҙә тәбиғи. Был осраҡта улар балалар баҡсаһы кухня хеҙмәткәрҙәрен мәктәп туҡландырыуы комбинаты штатына күсереү һәм мәктәпкәсә белем биреү менән мәшғүл педагогтарҙы аш-һыу мәшәҡәтенән азат итеүгә ҡағыла. Көндәлек менюлағы үҙгәрештәр ҙә тик яҡшы яҡҡа. Аш өсөн түләү хаҡы иһә элеккесә, көнөнә 126 һум. Тимәк, аутсорсинг хеҙмәтләндереүе ата-әсә кеҫәһендә сағылмай. Туҡланыу өсөн түләү тәртибе махсус программа аша ҡулаҡсаһыҙ башҡарыла. Һәр баланың үҙ түләү иҫәбе бар. Тейешле сумманы телефон, планшет, компьютер ярҙамында ҡаршылыҡһыҙ атҡарырға мөмкин. Хәйер, ата-әсәгә был уңайлыҡ айырым хаҡҡа төшә. Башҡаланың Дим районы мәғариф учреждениеларында ата-әсә уңайлығы өсөн Аксиома системаһы терминалдары ҡуйылған. Әлегә һынау маҡсатында. Туҡландырыуҙың яңы тәртибе көтәсәккә иҫәпләнмәгән. Бала иҫәбенең балансы һәр ваҡыт ыңғай булырға тейеш. Көтөлмәгән хәлдә бала ас ҡалмаясаҡ, тип ышандыра тәрбиәселәр. Тик уның турала көндәлек хәстәрҙең ата-әсә бурысы икәнен хәтерҙән сығармаҫҡа саҡыра.
Аутсорсинг өҫтөнлөктәре
Тулыраҡ: Аутсорсинг өҫтөнлөктәре