Быйыл конкурсҡа бер нисә номинацияла 500ҙән ашыу ғариза килгән. Лайыҡлы наградалврын алыу өсөн 15 төбәктән вәкилдәр килде. Рәсәй Геройҙарын тәрбиәләгәндәр ҙә был көнө маҡтаулы исемдәр алды. Тулыраҡ мәғлүмәт Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.
Залда Бөтә Рәсәйҙән йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар. Улар төрлө район, ҡалаларҙан һәр береһенең үҙ яҙмышы һәм тарихы, әммә уларҙы бер нәмә берләштерә: уларҙың һәр береһе мөхәббәт, сыҙамлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө. Бында күп балалы әсәйҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр — көн һайын үҙ балаларының һәм иленең киләсәгенә көс һалыусылар йыйылды.
Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелеүсе «Ҡатын — ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсы Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде һәм унан ситкә сыҡты. Кинйәбикә Мөхәмәтйәнова Сочиҙан килде. Ул үҙ ойошмаһында ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм килтереүҙә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ Краснодар крайында яҡташтар ойошмаһын ойоштороусы булып тора.
Конкурс өс этапта — муниципаль, төбәк һәм бөтә Рәсәй этабында үтте. Быйыл бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән: «Милләт әсәһе», «Мәҙәниәт», «Педагог», «Медицина Хеҙмәткәре», «Ирекмән» һәм башҡа номинацияларҙа.
Конкурсты ойоштороусылар билдәләүенсә, төп бурыс — башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға илһам һәм таяныс биргән ысынбарлыҡтағы тарихтарҙы күрһәтеү. Ун йыл эсендә конкурс мөхәббәт, сабырлыҡ һәм рух көсө тураһында мөһим мәғәнәләр яңғыраған майҙансыҡҡа әйләнде.
Быйылғы программала балалары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәр айырым урын алды. Сәхнәгә сығыуҙы тамашасылар Рәсәй Геройҙарының әсәләрен баҫып ҡаршы ала.
Был ҡатын — ҡыҙҙарҙың яҙмышы-ул балаһына һәм тыуған иленә ҡарата мөхәббәт өлгөһө. Һәм, бәлки, тап ошондай тарихтар бөгөн айырыуса кәрәк: милләт көсө ғаиләнән башлана.







