Ил буйлап сәйәхәт итә, әммә һәр ваҡыт үҙенең кесе ватаны менән бәйле хәтирәләрҙе күңел түрендә һаҡлай. Псков өлкәһенең Захонье ауылында йәшәгән Кәбир Дәүләтши улы Абдуллин һәр ваҡыт тыуған яҡын хәтерләй. Ул сығышы менән Башҡортостандан. Хәрби авиацияла хеҙмәт иткән йылдарында уға СССР-ҙың төрлө өлкәләрендә йәшәргә тура килә. Туҡһанынсы йылдар башында ул Псковҡа күсә. Кәбир Дәүләтшиевичта ҡунаҡта беҙҙең хеҙмәттәштәр ҙә булып ҡайтҡан.
Фотолар менән бер нисә ҡумта тултырылған. Кәбир Дәүләтши улы өсөн һәр фотоһүрәт — ул иң элек ҡиммәтле хәтирә. Бала сағында төшкән фотолар ҙа байтаҡ. Башҡортостандың ҙур булмаған Норбудкин ауылында үҫә, шунда уҡ урындағы мәктәптә белем ала. Ғаиләлә уның менән бергә 5 бала тәрбиәләнә.
Кәбир Дәүләтшиевич күккә ғашиҡ була. Мәктәптән һуң аэроклубта шөғөлләнә. Юлдаштары араһында иң кесеһе булыуына ҡарамаҫтан маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмал йәш кеше һәр ваҡыт уҡыуға һәм практикаға һалынған бөтә ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сығырға тырыша.
Батай юғары осоу училищеһын тамамлағас, Кәбир Мәскәү янында, һуңынан Мурманскиҙа һәм Эстон совет социалистик республикаһында хәрби пилот булып хеҙмәт итә. Авиацияла дөйөм 17 йыл хеҙмәт итә. Хатта легендар Миг-тарҙа ла осоп өлгөрҙөм, тип һөйләй ул.
Ғүмер буйы илдең төрлө өлөштәрендә йөрөргә тура килде, тип һөйләй Кәбир Дәүләтши улы. Тормош ниндәй генә милләт кешеләре менән бергә осраштырһа ла һәр ваҡыт уртаҡ тел таба инек, ти. Халыҡтар араһында үҙ-ара ихтирам, аңлау һәм ярҙам итеү булған.
92 йылда Кәбир Дәүләтши улы ғаиләһе менән Псков өлкәһенә, бында, ЗАхоньеға күсенә. Көнкүреште яңынан башларға тура килә.
Ул әле лә туған телен онотмаҫҡа тырыша һәм улынан башҡорт телендә китаптар алып килеүен һорай. Оло йәштә уҡыуы еңел булмаһа ла, тамырҙарҙы һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк, тип ышана. Кәбир Дәүләтшиевичтың пландары ҙур. Йөҙ йылға тиклем йәшәргә теләй. Урында ултырмаҫҡа тырыша, көн һайын көнкүреш эштәре менән мәшғүл. Хатта егерме градуслы һыуыҡта ла ҡарҙы таҙарта. Ысынлап та, ейәндәрен бик һағына, уларҙы йышыраҡ күрергә теләй.







