Был көндө кешеләр бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, ғәфү үтенә һәм хәйер тарата. Өфөлә байрам иртәнге сәғәт 8-ҙән 24 мәсеттә ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана. Сәғәт 9-ҙан Ләлә-Тюльпан мәсетенән тура трансляцияны "Башҡортостан 24" телеканалында ҡарарға мөмкин. Ураҙа Ғәйете көнөндә ҡала уртаһында автомобиль ҡуйыу урындары бушлай буласаҡ, йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса эшләйәсәк. Шулай ҙа, мәсеттәр янында хәрәкәт сикләнеүе ихтимал.
Донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләргә әҙерләнә
Иртәгә барлыҡ мәсеттәрҙә лә байрам намаҙҙары уҡыласаҡ.







