Тормош хаҡына

25 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры күренекле опера һәм эстрада йырсыһы, республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәренең береһе Радик Гәрәевтың 70 йыллығына арналған «Тормош хаҡына» концертына саҡыра.
  • Тормош хаҡына

Хәтер кисәһендә опера труппаһы солистары, балет артистары, хор һәм симфоник оркестр, «Забава» рус халыҡ инструменттары ансамбле һәм башҡа бик күп башҡарыусылар ҡатнаша. Концертта билдәле ариялар, йырҙар һәм романстар яңғыраясаҡ, улар күренекле йырсының яҙмышын һәм ижадын, уның тормош һөйөүен, темпераментын һәм иҫ киткес һөйкөмлөлөгөн сағылдырасаҡ. Радик Гәрәевтың тормошо ҡыҫҡа, әммә сағыу була. 23 мартта уға 70 йәш тулыр ине. Уны Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә лә яраталар һәм хөрмәт итәләр.

1990-1995 йылдарҙа Радик Арыҫлан улы Башҡорт опера һәм балет театры директоры булып эшләй, опера солисы булараҡ сығыш яһауын дауам итә. Тап ул етәкселек иткәнге осорҙа «Өфөлә Шаляпин кисәләре» Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале һәм Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале барлыҡҡа килә.