Башҡортостан яугирҙары Ураҙа намаҙына йыйылды

Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә Ураҙа намаҙына йыйылды.
  • Башҡортостан яугирҙары Ураҙа намаҙына йыйылды

Байрам ғәйете Салауат Юлаев батальоны яугирҙары төҙөгән "Йондоҙ рахман" мәсетендә үтте. Иман йортона Исламдың изге ғәмәлен башҡарыусылар ғына түгел, дингә тартылған яугирҙар, башҡа конфессия вәкилдәре лә килде.

Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамына әйләнгән Ураҙа ғәйетенән Айнур Кәбиров репортажы.