Шулай уҡ, Башҡортостан миҫалында һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына психологик ярҙам күрһәтеү, дин әһелдәренең эше өйрәнелде. Башҡортостан уңыштары бөтә Рәсәй кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уята. Был сараға төрлө министрлыҡ-ведомство, ойошма вәкилдәре, дин әһелдәре, социаль координаторҙар һәм, әлбиттә, яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары саҡырылды. Республикала ғына ошондай 300-ҙән ашыу түңәрәк өҫтәл ойошторолған. Уларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың төрлө һорауҙары ҡаралған. Был юлы сара федераль кимәлдә үтә, тип әйтерлек.
"СВОя семейная гостиная" сараһы үҙенсәлекле проект һәм 2024 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Уның эшендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 10 меңдән ашыу ғаиләһе ҡатнашҡан. Республикала дөйөм алғанда, федераль һәм төбәк социаль ярҙам сараларының берҙәм системаһы булдырылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыуҙа рухи тәрбиә биреү мөһим роль уйнай. Бында дин әһелдәре эшен билдәләп китмәй булмай. Улар яугирҙарҙың яҡындарына, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзаларына йылы һүҙ менән ярҙам итә, ти түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.







