Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге

Республика "Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге" фестиваль-конкурсы үткән беренсе төбәк булды.
  • Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге

Унда махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре, ҡатындары, һеңлеләре ҡатнашты. Ижади номерҙар менән Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килде. Фестиваль хаҡында тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова теманы дауам итә.

Удмурт ҡатын-ҡыҙҙарының билбауын, иртәнән башлаһаң, кискә тиклем бәйләргә мөмкин, ти Надежда Измайлова. Уны туҡыу сәнғәтенә өләсәһе өйрәтә, һәм хәҙер ҡатын буш ваҡытын ошо сәнғәткә бағышлаған. Хатта йырлаған ансамбле өсөн дә Надежда бөтә костюмдарҙы үҙ ҡулы менән теккән. Халыҡ мәҙәниәте һәм ижады уның өсөн юғалтыу ғазаптарын кисерергә ярҙам итә. Өлкән улым тыуған илен яҡлап һәләк булды, ти әсә.

«Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестивалендә кәм тигәндә 20 милләтең мәҙәниәте менән тагышырға мөмкин. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 160 әсә һәм ҡатынды берләштерә. Башҡортостан исеменән «Бәндәбикә» ансамбле сығыш яһаны.Коллектив ике йыл элек йыйылған. Уны «Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» ның төбәк бүлексәһе активистары ойошторған.

Фестивадә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм илдең оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева ҡатнашты.

Анна Цивилева был шиғырҙы Бөтә Рәсәй фестиваленең символы итергә тәҡдим итте һәм сараның республикала ойошторолоуын юғары баһаланы.

Башҡортостан башлығы "Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йөрәге" фестивале өсөн Рәсәй оборона министры урынбаҫарына рәхмәт белдерҙе. Республика үҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип билдәләне ул. Фестивалдең һәр ижади номеры үҙ халҡының мәҙәни кодын йөрөтә.

Аш-һыу һәм йолалар менән "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы фойеһында танышырға мөмкин ине, унда Волга буйы фелераль округының бөтә төбәктәренең күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы башҡорт сәк-сәге, удмурт бәлештәре, шулай уҡ Пензанан тәм-том менән һыйланылар.