Янғында тере ҡалыусы Динараға ярҙам кәрәк

Тулыраҡ: Янғында тере ҡалыусы Динараға ярҙам кәрәк

“Тамаша” журналының элекке хеҙмәткәре Әлмирә Кәримованың ҡыҙы Динараға ярҙам кәрәк. Баҫма хәбәрсеһе һәм уның ейәнсәре Өфөләге янғында һәләк булғайны. Был фажиғәлә тере ҡалған Динара кеше көнлө. Йәш ҡатын хәҙер инвалидтар коляскаһында. Ул үҙе йөрөй алмай. Динаранан туғандары ла баш тартҡан. Динара менән Эльвира танышлығына бер-нисә генә көн. Динараның ауыр хәлгә тарыуын белгәс, уның яңы әхирәте ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан.Бынан ике йыл элек, Өфөнөң Йәштәр биҫтәһендәге ятаҡтарҙың береһендәге янғында Динара әсәһе һәм ҡыҙын юғалтҡайны. Утта алынған йәрәхәтәтр арҡаһында, йәш ҡатын хәҙер үҙе ныҡ ауыр хәлдә. Тап ошо ҡазала билдәле журналист Әлмирә Кәримова ла һәләк булды. Әле Динара яңғыҙы йәшәй. Йәш ҡатындың хәрәкәт итеү мөмкинлеге лә сикләнгән. Эльмира иһә Динараға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ә Динараның туғандары иһә унан баш тарҡан. Дөйөм ятаҡтың беренсе ҡатында сыҡҡан янғын күп кенә ғаиләләрҙе ваҡытлыса торлаҡһыҙ ҡалдырҙы. Ә Динараның бүлмәһен ремонтларға Магнитогорскийҙа йәшәгән кешеләр ярҙам иткән. Динара Рәхимованың артабанғы яҙмышы дәүләт ҡулында. Ул йә социаль хеҙмәткәр яллай ала, йә иһә приютҡа күсеп китәсәк. Динара бындай торлаҡтан ҡәтғи баш тарта. Ул дауаханаға, реабилитация курсына яҙылып, аяҡҡа баҫырға ниәтләй. Тик йәш ҡатындың был теләге әлегә бойомға ашмаған.