Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Мәскәү өлкәһенең Алабино ҡаласығында Бөйөк Ватан Еңеү параданың тәүге репетицияһы үтте.

Санкт-Петербургта террор эшмәкәрлегендә шикләнеп Урта Азия граждандары ҡулға алынған.

Тәфтишселәр фекеренсә, ҡулға алыныусылар кешеләрҙе террор эшмәкәрлегенә, Рәсәйҙә тыйылған “Джабхат ән-Нусра” һәм “Ислам дәүләте” ойошмалары сафтарына йәлеп итеү менән шөғөлләнгән.

Сүриәлә ҡот осҡос хәл. Химик ҡорал ҡулланылған. 72 кеше һәләк булған. Хан-Шейхунды бомбардировкалауҙа ғәйепләүҙе Рәсәй оборона министрлығы һәм Сүриә армияһы кире ҡаға. Рәсми Мәскәү һөжүм өсөн бар яуаплылыҡты Сүриә оппозицияһы көстәренә һала. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәләк булыусылар зарин газынан ағыуланыуы ихтимал тип белдерә.

Венгрия парламенты Үҙәк-Европа университеты эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы закон проектын хупланы. Документ ҡабул ителә ҡалһа, илдә билдәле миллиардер Джордж Сорос ойошмалары эшмәкәрлеге тыйыласаҡ. Ҡасандыр Соростан ярҙам алған премьер Виктор Орбан миллиардерға һуғыш иғлан итте. Сорос эшмәкәрлеге донъяның башҡа илдәрендә лә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Македония премьеры, Польшала хакимлыҡ итеүсе фирҡә башлығы ла Сорос ойошмалары эшмәкәрлеген тыйырға саҡырҙы.

Японияла сакура сәскә атҡан. Токионың ҡала паркына килеп яҙ килеүен билдәләгән. Японияла был байрам ханами йәки сәскәләргә һоҡланыу тип ата.