Республика һәм муниципаль бюджеттарҙы тулыландырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында бөгөн 2017 йылдың тәүге сирегендә һалым-йыйымдар барышына йомғаҡ яһалды. Хөкүмәт рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, йыл башынан республика бюджеты һалым һәм һалым булмаған йыйымдар иҫәбенә 28 миллиард 500 миллион һумға тулыландырылған. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш күҙәтелә. Был үҫеште иһә табыштан алынған һалым тәьмин итә. Йылдың тәүге өс айы күрһәткестәре буйынса республика бюджеты 25 процентҡа үтәлгән.
Республика һәм муниципаль бюджеттар нисек тулылана?
Тулыраҡ: Республика һәм муниципаль бюджеттар нисек тулылана?