Йүнсел йүнен табыр

Тулыраҡ: Йүнсел йүнен табыр

Иглин районында йәшәүсе Данил Рафиҡов боронғо йолаларҙы тергеҙеү маҡсаты менән һандыҡ эшләү менән мауыға һәм ярайһы ғына аҡса ла эшләй.Һандыҡ эшләр өсөн ағастың килешлеһен, тейешлеһен алыу мөһим,бигерәк тә ҡарағай ағасы килешә ти, Данил. Бындай ағас менән эшләүе күпкә еңелерәк тә, отошлораҡ та. Һандыҡты һәр ваҡыт ҡапҡасынан эшләй башларға кәрәк. Тейешле күләмен билдәләп ҡәләм менән һыҙғас ҡына, станоктан үткәрергә мөмкин. Уның тышы шыма булһын өсөн май һөртөргә кәрәк. Бер һандыҡ эшләү өсөн яҡынса 10 көн ваҡыт талап ителә. Һуңғы арала һандыҡҡа заказ биреүселәр бигерәк тә күбәйҙе. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүселәр Иглин оҫтаһы эшләгән һандыҡтарҙы теләп һатып ала. Ағас менән эш итер өсөн уны йылы урында һаҡлауы мотлаҡ. Һандыҡ эшләү менән ныҡлап мауығып киткәс, Данил урамына яңы бина төҙөй. Хәҙер ул буш ваҡытын шунда үткәрә. Боронғо йолаларҙы яңынан тергеҙеү – эшемдең төп маҡсаты, ти ул..