Халыҡ-ара театр көнөнә «Башҡортостан 24» телеканалы яңы проекттың премьераһын әҙерләй

«Актерҙар йорто» тип аталған тапшырыуҙың тәүге сығарылышы Бәҙәр Йосопова исемендәге Актёрҙар йортоноң тарихи бинаһында төшөрөлдө.
  • Халыҡ-ара театр көнөнә «Башҡортостан 24» телеканалы яңы проекттың премьераһын әҙерләй

Был "Башҡортостан" ДТРК-һы менән республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзының берлектәге ижад емеше. Беренсе сығарылыштарҙа республикалағы 13 театрҙың актерҙары һәм режиссерҙары, шулай уҡ көн һайын театрҙың тарихын булдырған йәш һәләттәр һәм сәхнә ветерандары булды. Улар телевизор ҡараусыларға үҙҙәренең ижади тормошонан ҡыҙыҡлы һәм етди осраҡтар хаҡында һөйләй, арабыҙҙан киткән оҫталарҙы хәтергә төшөрә һәм моңло йырҙар башҡара. Шулай итеп, 27 мартта «Башҡортостан 24» телеканалында «Актерҙар йорто» проектының премьераһы эфирға сыға. Тапшырыу 17 сәғәт 25 минутта башлана.