Барыһы 2 мең 206 машина урыны өҫтәлергә тейеш. Өфө ҡала хакимиәте быны үҙәк урамдарҙа транспорт ҡуйыу урындары етешмәү менән аңлата.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамында түләүле парковкалар эшләй башланы. Яңы түләүле парковкалар Гоголь, Театр, Крупская, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Свердлов, Революцион, Иван Якутов һәм Краснодонский урамдарында ойошторолор тип көтөлә. Бынан тыш, Карл Маркс, Мостай Кәрим, Ленин, Киров, Достоевский һәм Пушкин урамдарында ғәмәлдәге түләүле зоналар киңәйтеләсәк. Улар 15 майҙан эшләй башлай.







