Бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам йәш белгестәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йә башҡа сығымдарҙы ҡаплау ниәтенән булдырылғайны. Был ярҙам ҙур ҡалаларҙан алыҫ биләмәләргә педагогтарҙы йәлеп итеүгә яҡшы этәргес булды. Төп шарттарҙың береһе уҡытыусы ошо урында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостанда "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса быйыл 27 педагогты эшкә урынлаштыралар
Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл һәм бәләкәй ҡалаға эшкә барыусыларға 1 миллион һум бирелә.







