Радик Гәрәев иҫтәлегенә арналған «Тормош хаҡына» концерты үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев иҫтәлегенә арналған «Тормош хаҡына» концерты үтте.
  • Радик Гәрәев иҫтәлегенә арналған «Тормош хаҡына» концерты үтте

Опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, ә эстрада башҡарыусыһы булараҡ та билдәле Радик Гәрәев музыкаль мәҙәниәттә ҙур эҙ ҡалдыра. Уның таланты һәм оҫталығы Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә таныла. Гөлфиә Мәҡсүтова теманы дауам итә.

Опера һәм эстрада йырсыһы, Башҡортостандың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренең береһе Радик Гәрәев Башҡортостандың төпкөлөнән ҙур сәхнәгә юл үтә. Быйылғы яҙ — Радик Гәрәев үҙенең 70 йәшен ҡаршылар ине, әммә уның ғүмере бик иртә өҙөлә.

Радик Арыҫлан улы бөтә ғүмерен музыкаға бағышланған кеше. Ул сағыу, әммә ҡыҫҡа тормош кисерә. Уның тураһында иҫтәлек замандаштарының туғандарының һәм яҡындарының, дуҫтарының һәм коллегаларының хәтирәләрендә йәшәй.

Башҡорт опера һәм балет театрында йырсыны, уның ижадын белгән һәм яратҡан кешеләр йыйыла. Ә сәхнәнән музыканттың йырҙары яңғырай, уларҙың күбеһен уның дуҫтары башҡара.

1990-1994 йылдарҙа Радик Арыҫлан улы Гәрәев Башҡорт дәүләт Опера һәм Балет театры директоры булып эшләй, опера солисы булараҡ сығыш яһауын дауам итә. Был ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» опера сәнғәте фестивале, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивалдәре булдырыла.

Йылы хәтирәләр менән тулы кис. Нәжиә Гәрәева ире тураһында әле лә оло һөйөү менән һөйләй. Бергә йәшәүе, ижад итеүе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Радик Гәрәев тамашасыларға опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, ә Башҡортостан классикаһы, халыҡ ижады һәм композиторҙары әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған киң һәм төрлө репертуарлы концерт башҡарыусыһы булараҡ та билдәле .

Уны бөтә ил белә һәм ярата 1983 йылда «Уралым» йыры менән башҡорт йырсыһы «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ ара конкурсында Гран-при яулай. Уның талантын төрлө илдәрҙән 30-ҙан ашыу жюри ағзаһы баһалай.

Был 1994 йылдағы кадрҙар Радик Гәрәевтың һуңғы интервьюларының береһе. Бары тик бер нисә йылдан, 40 йәшендә генә күренекле башҡорт йырсыһының ғүмере өҙөлә. Артист үҙенең китеүен алдан һиҙә һәм яҡындары менән хушлашҡан, тип һөйләйҙәр. Ә икенсе көндө үк меңәрләгән кеше уны тыуған театрынан һуңғы юлға оҙата, унда әлегә тиклем сәхнә оҫтаһы иҫтәлегенә онотолмаҫлыҡ көйҙәр яңғырай.

Радик Гәрәев башҡорт сәхнәһендәге иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе, уны онотоу мөмкин түгел, тиҙәр.