Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, индексация өсөн ҡайҙалыр барып, ниндәйҙер документ тултырып йөрөргә кәрәкмәй. Социаль пенсия кемдең ябай пенсия өсөн стажы етмәй, шулай уҡ, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, инвалид балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тәғәйенләнә. Күтәрелгәндән һуң ҡартлыҡ буйынса пенсия уртаса 10 мең 837 һумға, беренсе төркөм инвалидтарына 21 мең 675 һумға, инвалид балаларға 26 мең дә 10 һумға етер тип көтөлә.
Беренсе апрелдән Башҡортостанда социаль пенсиялар 6,8 процентҡа арта
Был үҙгәреш 104 меңдән ашыу кешегә ҡағыла.







