Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында сығыш яһап, Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров проект финанслау буйынса һуңғы стадияла тине. Радий Хәбиров бынан бер-нисә йыл элек хәрби госпиталь төҙөү кәрәклеге тураһында белдергәйне. Проекттың тейешле документтары, концепцияһы әҙерләнгән. Республика етәксеһе уның менән Рәсәй президенты Владимир Путинды ла таныштырҙы. Ил етәксеһе был проектты ыңғай баһаланы. Әле төҙөлөш өсөн биләмә һайланған. Дәүләт экспертизаһы үткәрелгән. Госпиталь 400 урынға иҫәпләнгән.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы үтте
Радий Хәбиров республика хөкүмәте алдында заманса хәрби госпиталь төҙөү бурысын ҡуйғайны.







