Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанды төҙөкләндереү концепцияһы

Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты етәксеһе Ольга Сарапулова милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанды төҙөкләндереү концепцияһын тәҡдим итте.
  • Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанды төҙөкләндереү концепцияһы
Ул республика башлығы ҡатнашлығындағы "Йәмәғәт киңлектәре сәғәтендә" ҡаралды. Проект ландшафт дизайны элементтарын, күҙәтеү майҙанын, ял итеү урындарын үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров был башланғысты тормошҡа ашырыу йәһәтенән юл картаһын әҙерләргә һәм финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты. Ултырышта шулай уҡ Асҡын, Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондарында үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндереү проекттары ла тикшерелде.