Был балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең драматик яҙмышы тураһында. Фильм Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй" әҫәренә нигеҙләнгән. Премьераны тәүгеләрҙән булып хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла ҡараны.
Фильмдың төп геройы Ғафури районының Толпар ауылынан 9 класс уҡыусыһы Ансар Шәйәхмәтов. Йәш актер кинематограф донъяһына осраҡлы килеп инә. Дәрестә ултырырға теләмәгән арҡала, егет кастингҡа эләгә. Шуның менән эш бөттө тип уйлаһам, миңә көтмәгәндә рольға алыуҙары хаҡында хәбәр иттеләр, тип йылмайып хәтерләй Ансар.
Ата-әсәһе аварияла һәләк булғандан һуң, имен ғаиләләге малай үҙ тәртибе хөкөм һөргән балалар йортона эләгә. Уның бурысы-кешелеклелекте һаҡлау, көсһөҙҙәрҙе яҡлау һәм ғаиләне яңынан табыу. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балалар бер йортта йәшәй. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, үҙ кодексы.
«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмы режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың балалар менән тәүге эше түгел. Билдәле документалистың уйын киноһындағы тәүге аҙымы ла балалар тураһындағы фильмдан башлана. Ул саҡта мин үҙемә башҡаса балалар менән кино төшөрмәйәсәгем тураһында һүҙ бирҙем, ти билдәле режисеер. Әммә яҙмыш уны тағы ла балалар менән эшләргә мәжбүр итә. Айгиз Баймөхәмәтовтың әҙәби әҫәрҙәре буйынса киносценарий яҙыуға «Башҡортостан» киностудияһының баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов тотона. Фильм балалар өсөн генә түгел, ә өлкәндәргә лә йүнәлтелгән, уларға балалар йортондағы тормошто йөрәк аша үткәрергә мөмкинлек бирә. Фильм Башҡортостан башлығының грандтар фонды ярҙамында сығарыла. 2025 йылдың көҙөндә уны тамашасылар ҙа ҡарай ала.







