"Профессионалдар" чемпионаты хәрәкәте лидерҙары слеты

Башҡортостан Башлығы «Профессионалдар» чемпионаты хәрәкәте лидерҙары слетында ҡатнашыусылар менән осрашты.
  • "Профессионалдар" чемпионаты хәрәкәте лидерҙары слеты

Сара «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә үтте. Башҡортостан колледждарынан 200-гә яҡын студент һәм мәктәп уҡыусылары «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк-ара этабына үтте.

«Патриот» паркында Башҡортостан Башлығы һайлап алыу турниры еңеүселәре менән осрашты. Радий Хәбиров уларға урта һөнәри белем биреүгә булышлыҡ итеү, әҙерлекле эшселәргә ихтыяж ҙурлығы хаҡында һөйләне һәм йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.Һуңғы дүрт йылда республикала урта махсус уҡыу йорттарының 32 бинаһы ремонтланған, тағы ла биш уҡыу йорто 2026 йылда капиталь ремонт үтәсәк. «Профессионалитет» федераль проекты буйынса заманса ҡорамалдар менән 19 кластер булдырылған. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан төбәктәр араһында беренсе урында тора. Бөгөн урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар юғары технологиялы производстволарҙа һәм сәнәғәт предприятиеларында, яһалма интеллект индерелгән урындарҙа талап ителә. Колледждарҙың матди базаһын яңыртыу белгестәр әҙерләргә ярҙам итә. Аралашыу барышында Радий Хәбиров студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан башлығы Бөтә Рәсәй төбәк һайлап алыу турниры призерҙарына уңыштар теләне, сөнки алда уларҙы тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә.