Башҡортостан хөкүмәтенең 2025 йылғы эш һөҙөмтәләре барланды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан хөкүмәтенең 2025 йылғы эш һөҙөмтәләре барланды һәм ағымдағы йылға маҡсаттар билдәләнде.
  • Башҡортостан хөкүмәтенең 2025 йылғы эш һөҙөмтәләре барланды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү саралары, тулайым төбәк продуктын үҫтереү һәм медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу.

Башҡортостан Башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә "Барыһы ла еңеү өсөн" тигән тезис яңғыраны һәм башҡарма власть органдарының эш йүнәлешен билдәләне. Әммә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү эшләп килгән һәм ныҡлы аяғында баҫып торған иҡтисадһыҙ мөмкин түгел, тине республика башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк хөкүмәтенең эш һөҙөмтәһен өс төп йүнәлеш буйынса баһалау мөһим. Һәм ул факторҙар буйынса Башҡортостан 2025 йылды ярайһы уңышлы тамамлаған.Республика кластер биләмәһе, технологик һәм инвестиция үҫеше буйынса үҙ позицияларын нығыта. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса, төбәк тулайым продукты 3 триллион һумға баһалана. Ә үҫеш темптары уҙған йылда Рәсәй кимәленән ике тапҡырға күберәк булған.

2025 йылда республика спорт, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә иң көслө төбәк статусын алды. Шулай уҡ, төп иғтибар социаль өлкәгә ҡағыла. Башҡортостан мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөй, балаларҙы һаҡлау өлкәһендә эште көсәйтә, медицинаны камиллаштыра. Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк исемлегенә инә, ФАПтар һаны буйынса лидер һәм "Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" программалары буйынса ла алдынғылар рәтендә.

Быйыл хөкүмәткә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамды мөмкин тиклем йәшәгән урындарына яҡынайтыу бурысы ҡуйыла. Бының өсөн һәр районда тейешле үҙәктәр асылырға тейеш.Иҡтисад, социаль өлкә һәм дәүләт идаралығы мәсьәләләрен хәл итеү менән тиҙҙән Цифрлы үҫеш һәм яһалма интеллекты индереү буйынса Совет шөғөлләнәсәк. Эш һөҙөмтәләрен барлау барышында Премьер-министр экология мәсьәләһенә айырым туҡталды. Андрей Назаров билдәләүенсә, хөкүмәттә даими рәүештә һауаның таҙалығын тикшерәләр. Ә эре сәнәғәт ойошмалары үҙҙәренең ҡорамалдарын камиллаштырыу өсөн миллионлаған һум аҡса бүлә.