Өфөлә туҙан һәм химикаттарҙың юғары концентрацияһы теркәлгән

Ике аҙна Башҡортостан халҡын ҡояшлы һауа торошо ҡыуандырһа ла, урамдарҙағы бысраҡ һәм туҙан етди проблема булып ҡала.
  • Өфөлә туҙан һәм химикаттарҙың юғары концентрацияһы теркәлгән

Радий Хәбиров коммуналь хеҙмәттәргә төбәкте ҡыштан һуң тәртипкә килтереү өсөн бер аҙна ғына ваҡыт бирҙе. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.

Приборҙар һауала химикаттар һәм саңдың юғары концентрацияһын теркәгән. Октябрь проспектында рөхсәт ителгән норманан ул 1,5 тапҡырға артҡан. Саң бурандарынан файҙа күргән кешеләр ҙә бар – автомобилде йыуыу урындарының хужалары. Хәҙер бында шау-шыу, сират күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта автомоһәүәҫкәрҙәрҙең дә фекерҙәре икегә бүленә. Тәүгеләре-һауа торошона ҡарамаҫтан, кузовтың идеаль таҙалығын һаҡлаусылар.

Икенселәре Өфөләге бындай хәлде нисек бар шулай ҡабул итә. Өфө өҫтөндә йыйылған туҙан болоттары йылдың ошо миҙгеленә хас. Барыһы ла ҡарҙың ҡапыл иреүе һәм уның аҫтында һаҡланған саң менән аңлатыла. Аллергия менән яфаланыусыларға иһә сабырлыҡ һәм дарыуҙар тупларға тура киләсәк. Белгестәр коммуналь хеҙмәттәргә һыу һиптереп йыйыштырыу ысулын кәңәш итә.

Өфөнөң тротуарҙары, юлдар таҙараҡ булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Киров районында ла техника тауышы тынмай. Бындай йыйыштырыуҙан һуң туҡталыш павильондары яҙғы ҡояш нурҙарында ялтыраған кеүек. Юлда шулай уҡ саң һурҙырғыстар ҙа эшләй. Радий Хәбиров урамдарҙы таҙартыу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә бер аҙна бүлде. Урамдарҙы тәртипкә килтереүҙә алға китеш һиҙелә әлбиттә, шулай ҙа саң менән көрәштә һауа торошо хәл иткес булып тора. Яҡын арала республикала ямғыр яуыуы көтөлә, белгестәргә тәбиғәт үҙе ярҙамға килә, һәм был мәсьәлә тулыһынса ыңғай хәл ителер, тип көтөлә.