Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды

Уларҙа йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде.
  • Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды

Ҡалала сәғәтенә 15 километр тиҙлек менән генә йөрөргә рөхсәт ителгән урындар һаҡлана. Сикләү Ленин исемендәге паркка, Пушкин, Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшөнә ҡағыла. Бер нисә үҙәк урамда, шулай уҡ Иван Яҡутов исемендәге паркта һәм Совет майҙанында самокаттарҙа хәрәкәт итеү бөтөнләй тыйыла. Тәртип боҙоусылар ҡала камералары аша асыҡланасаҡ. Бынан тыш, полиция менән берлектә рейдтар үткәреү ҙә ҡаралған. Өфө самокатсыларының иң популяр маршруттары Ленин, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Октябрь проспекты, шулай уҡ Беренсе май һәм Степан Кувыкин урамдары.