Ҙур һыуҙы көтөп

Тулыраҡ: Ҙур һыуҙы көтөп

Социаль селтәрҙә быйыл Сипайлово биҫтәһендә йылға ярына яҡын урынлашҡан йорттарҙың беренсе ҡатын һыу баҫыуы ихтимал тигән хәбәр таралды. Дүрт йыл элек Ирек Кәримовтың йорто һыу аҫтында ҡала. Бар донъяһын ташлап, ул күршеләренә йүгерә. Өйөнә кире килгәндә һыу инде ныҡлап күтәрелгәйне, көнкүреш әйберҙәрен алып өлгөрөп булманы, тип хәтерләй ул. Быйыл Өфөлә 90 йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр, айырыуса, ыҙа сигә. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә яҙғы ташҡынды хәүефләнеп көтә. Социаль селтәрҙәрҙә яр буйындағы күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатын һыу баҫыуы ихтимал, тигән хәбәр йөрөй. Әммә ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре был мәғлүмәтте раҫламай. Һыу кимәлен тикшереү өсөн махсус ҡорамалдар ҡулланыла. Әлегә Ағиҙелгә ике, ә Өршәк йылғаһына бер датчик ҡуйылған. 15 минут һайын мәғлүмәт яңыртылып тора. Һәр кеше интернет селтәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты сайтына инеп һыу кимәлен ҡарай ала.Ошо ял көндәрендә боҙ ҡуҙғаласаҡ, ти белгестәр. Ҡаланан тыш, 32 райондағы ауыл йорттары ла яҙғы ташҡынға эләгеү хәйефе янай. Ошо уңайҙан ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре халыҡты уяу булырға саҡыра.