Башҡортостанда федераль кимәлдәге яңы тикшереү инстиутты төҙөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда федераль кимәлдәге яңы тикшереү инстиутты төҙөлә

Башҡортостанда федераль кимәлдәге яңы тикшереү инстиутты төҙөлә.

Фәнни ойошма республикалағы ун дүрт институтты берләштерергә тейеш. Үҙгәртеп ҡороуҙар төбәктең фундаменталь ғилми базаһын юҡ итергә маташыу, тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, яңылыҡтар ғилми нигеҙҙе көсәйтеүҙең бер юлы. 13 фәнни ойошма һәм бер медицина учреждениеһын берләштергән Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу бынан ике йыл самаһы элек башланғайны. Әлбиттә, ғилми потенциалды берләштереү проекты төбәктең фәнни даирәһендә бер ни тиклем ығы-зығы тыуҙырҙы. Фән эшмәкәрҙәре эш урындары юғалыуына хәүеф белдерҙе. Тик хафаланыуҙар бушҡа ғына. Рәсәйҙең ғилми ойошмалары федераль агентлығы етәкселеге вакансияларҙың һаҡланып ҡаласағын вәғәҙәләй. Улай ғына түгел, Башҡортостан ғалимдарының төрлө гранттарға дәғүә итеү мөмкинлеге киңәйә.Өфөләге федераль ғилми тикшеренеү үҙәге проекты йыл аҙағына тиклем бойомға ашырылырға тейеш. Тимәк, ун дүрт институт хәҙер яңы мөмкинлектәрҙе уртаҡ баһалай аласаҡ. Шулай ҙа, берләшеүҙең тәүге һөҙөмтәләре ғилми даирәне киңәйтә ала, тигән фекерҙә ғалим Айбулат Псәнчин. Мәҫәлән, тел үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн хәҙер техник мөмкинлектәр киңәйә. Әлегә Өфөләге 14 ғилми институт үҙ эшмәкәрлеген 47 йүнәлештә алып бара. Фундаменталь һәм академик тикшеренеүҙәр өсөн уртаҡ базаның ныҡлы буласағына республика хөкүмәте лә ышаныс белдерә. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов төбәктең ғилми йәмәғәтселеген тыныслыҡ һаҡларға саҡыра. Федераль институт проекты төптән һәм ныҡлы уйланылған эш һөҙөмтәһе. Өфөнөң 14 институтын берләштергән федераль кимәлдәге яңы институтты булдырыу тураһындағы килешеүгә кисә ҡул ҡуйылды. Яҡтар иһә Башҡортостандағы был ғилми базаның тиҙ арала донъя кимәлендә танылыу яулаясағына ышана.