Ун һигеҙенсе апрелдә республикала дөйөм республика өмәһе үткәрелә

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров апрель урталарына тиклем муниципалитеттарҙа тәртип урынлаштырырға ҡушты.
  • Ун һигеҙенсе апрелдә республикала дөйөм республика өмәһе үткәрелә

Өфөлә улар 11 һәм 25 апрелгә тәғәйенләнгән. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үҙгәрештәр. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Азат Асҡаров биләгән вазифаһын ҡалдыра. Был — ведомство етәксеһенең шәхси ҡарары. Азат Асҡаров Мәскәүгә күсеү теләген белдергән.

Тағы бер үҙгәреш иғтибарға лайыҡ. Был яңылыҡ та ошо министрлыҡҡа бәйле. Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрының беренсе урынбаҫары итеп Константин Климин тәғәйенләнә. Быға тиклем ул Башҡортостандың Белорусиялағы сауҙа вәкиллегендә ике республика араһындағы бәйләнештәр өсөн яуаплы ине.

Аҙна үҙгәрештәрҙән генә башланмай. Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй кимәлендә өлгө күрһәтә. Республика командаһы "Сирус" үҙәгендә химия фәне буйынса олимпиадала өсөнсө урын яуланы. Эш еңеүҙә түгел, ә бурыс балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә, тигән фекерҙә Башҡортостандың атҡаҙанған, республиканың инженер лицейының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре етәкселәрен айырым бурыс йөкмәтә. Республикала "Сәләмәтлек поездары" йәнә сәфәргә сыға. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, табиптарға эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булырға тейеш.

Башҡортостан башлығының муниципаль биләмәләргә икенсе иҫкәрмәһе таҙалыҡҡа бәйле. Шәмбе өмәләре иғлан ителһә лә, экология акцияларында ҡатнашыусылар һирәк. Ҡайһы бер ҡалаларҙа урамдарҙы таҙартыуға сығыусылар һаны 150 кешенән дә артмай. Экология өмәләренә һауа торошо ҡамасаулыҡ яһай.

Башҡортостанда был аҙна тотош ямғырҙарҙан тора. Был синоптиктар мәғлүмәте. Тимәк, йылғаларҙағы һыу кимәле артып, уларҙың ярҙарынан сығыу хәүефе юғары.

Ә яҙғы ташҡындар, көслө ҡар Өфөләге, донъя кимәлендәге кампусҡа хәүеф менән бөтөнләй янамай. Сөнки, ете башняны берләштергән комплекс донъя стандарттары буйынса сафҡа тапшырыла. Төҙөлөш барышы айырым күҙәтеүҙә. Сөнки, был ғилми үҙәк иң яҡшы ғалимдарҙы берләштерергә тейеш. Кампус тулыһынса йыл аҙағына әҙер булырға тейеш. Ә бина тулы ҡеүәттә киләһе йылдың беренсе сентябренән эш башлай. Башҡортостан Башлығы бөгөн ошондай бурыстарҙы билдәләй.

Тик кампустан айырмалы рәүештә, бөгөн Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ сағыштырмаса ауыр мәл кисерә. Ҙур бизнесҡа ла төрлө ярҙам талап ителә.

Ә Башҡортостан иһә ҙур дини байрамға әҙерләнә. Православ носраниҙар Пасханы ҡаршылай. Радий Хәбиров был осорҙа халыҡ именлеген тәъмин итеүгә айырым иғтибар талап итә.