Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Һәр ҡатнашыусы уны өйҙә лә яҙа ала. Эштәрҙе 2026 йылдың 17 апрелендә төнгө 12-гә тиклем акцияның рәсми сайты йәки чат-бот аша тапшырырға кәрәк.
Офлайн форматта ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтындағы "Майҙансыҡтар" бүлегендә майҙансыҡ һайларға һәм алдан теркәлергә кәрәк.
Акция көнөндә ҡатнашыусылар диктантты үҙҙәре һайлаған майҙансыҡта яҙа. Быйыл диктант тексы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы"на, шулай уҡ башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған.







