Заманса бинала сменаһына 150 кешене ҡабул итергә мөмкин. Әле бында 99 табип һәм 314 урта медицина персоналы эшләй. Дауахана "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты, "Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу" федераль проекты һәм "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм Урал аръяғы райондарында халыҡты дауалауҙы камиллаштырыу йәһәтенән мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора. Яңы дауахана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Әбйәлил районында яңы дауахана үҙ ишектәрен асты
Был мөһим объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты.







