«Ғәлиә» ислам колледжының яңы уҡыу корпусында дәрестәр башланды

Мәҙрәсәгә был бина бер йыл самаһы элек бирелгәйне.
  • «Ғәлиә» ислам колледжының яңы уҡыу корпусында дәрестәр башланды

Битараф булмағандарҙың һәм хәйриәселәр ярҙамында иҙәндәр тулыһынса алмаштырылған, яңы тәҙрәләр ҡуйылған, һыу менән тәьмин итеү, йылытыу һәм электр системалары яңыртылған. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.

"Ғәлиә" ислам колледжында тәүге дәрестәр. Был класста республиканың төрлө район, ҡалаларынан килеүселәр аҙна дауамында дини белемдәрен камиллаштырасаҡ. Республиканың ислам мәғәриф учреждениялары үҙ миссияһын 1997 йылдан алып бара. Республикала улар алтау. Өфөлә – илдең ислам башҡалаһында һәм төп мәҙәни үҙәктәренең береһендә – дөрөҫ дини белем алыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. "Ғәлиә" колледжы етәксеһе билдәләүенсә, яңы корпустың асылыуын күптәр түҙемһеҙләнеп көткән. Һуңғы йылдарҙа дингә ынтылыусы шәкерттәр һаны арта бара. Мәҙрәсә 80 кешегә иәҫпләнгән.

Республика мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин билдәләүенсә, киләсәктә бында теләгән һәр кем өсөн ситтән тороп уҡыу һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көндөҙгө уҡыу бүлектәре ойоштороласаҡ. Ғибәҙәт ҡылыу, ял һәм йыуыныу бүлмәләре, иркен ашхана, уҡыу аудиториялары һәм хатта спорт залы – быларҙың барыһы ла алдан уйланып эшләнгән. Әле беренсе төркөм өсөн аҙналыҡ курстар башланған. Тиҙҙән колледж биләмәһен төҙөкләндереү, ә һуңынан инде тантаналы шарттарҙа асыҡ ҡарала.