18 апрель республикала дөйөм республика өмәһе үткәрелә. Өфөлә улар 11 һәм 25 апрелгә тәғәйенләнгән. Шәмбе өмәләре иғлан ителһә лә, экология акцияларында ҡатнашыусылар һирәк. Ҡайһы бер ҡалаларҙа урамдарҙы таҙартыуға сығыусылар һаны 150 кешенән дә артмай. Экология өмәләренә һауа торошо ҡамасаулыҡ яһай. Башҡортостанда был аҙна тотош ямғырҙарҙан тора. Был синоптиктар мәғлүмәте. Тимәк, йылғаларҙағы һыу кимәле артып, уларҙың ярҙарынан сығыу хәүефе юғары.
18 апрелдә республикала дөйөм республика өмәһе үткәрелә
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров апрель урталарына тиклем муниципалитеттарҙа тәртип урынлаштырырға ҡушты.







