Дауахана Урал аръяғы райондарында халыҡты дауалауҙы камиллаштырыу йәһәтенән мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Дилбәр Моратшина бына инде 14 йыл Асҡарҙа теш табибы булып эшләй. Ошо ваҡыт арауығында төрлө шарттарҙа эшләргә тура килде, ә бына яңы дауаханала барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған, ти Дилбәр.
Асҡар Үҙәк район дауаханаһы 2025-се йылда үҙ ишектәрен аса. Заманса бинала сменаһына 150 кешене ҡабул итергә мөмкин. Әле бында 99 табип һәм 314 урта медицина персоналы эшләй. Дауахана "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты, "Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу" Федераль проекты һәм "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм ысын мәғәнәлә Урал аръяғында халыҡты дауалау өлкәһен камиллаштырыу йәһәтенән мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора. Компьютер томографы, рентген, маммография һәм узи аппараты-заманса ҡрамалдар менән йыһазландырылған. Күҙҙәрҙең күреү һәләтен тикшереү ҡорамалдары ла бөтә талаптарға ла яуап бирә.
Радий Хәбиров Әбйәлил районы йәштәре менән дә осрашты, сөнки Ил һәм республика киләсәге тап йәштәр ҡулында. Асҡар ауылындағы мәҙәни-ял итеү үҙәге 1991 йылда төҙөлгән. Учреждение район биләмәһендә йәштәр менән әүҙем эшләй, йәштәрҙең ялын ойоштороу өсөн шарттар булдыра. Бина төҙөкләндереүҙә мохтаж. Шуға ла йәштәр мәҙәни-ял үҙәге Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте Министрлығының капиталь ремонт конкурсында ҡатнаша. Асҡар ауылында яңы белем усағы ла дөрләп тора. Карина Ғәйфуллина 5 йәштән бейеү менән шөғөлләнә. Әле ул 10-сы класс уҡыусыһы. Быға тиклем ҡыҙҙар балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән, тик унда зал бәләкәй булған, ә Асҡарҙың яңы мәктәбендә.Миләүшә Дауытова 20 йылға яҡын белем биреү өлкәһендә эшләй. Яңы мәктәптә эш шарттары юғары кимәлдә, шуға уҡытыуы ла бында бик күңелле, ти ул. Ҙур бинала күп профилле полилингваль мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан. Был объект "Демография" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Мәктәп 640 уҡыусыға тәғәйенләнгән. Белем усағында спорт залы, хореографик һәм тамаша залы бар. Шулай уҡ оҫтаханалар, 341 урынлыҡ ашхана, медицина блогы, уйын һәм норматив тапшырыу өсөн майҙансыҡтар бар. Белем биреү башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Әйткәндәй, был белем усағы республикала 12-се полилингваль мәктәп булып тора.
Эшлекле сәфәр сиктәрендә Радий Хәбиров Рәсәй геройы Тамерлан Илһамов һәйкәленә сәскәләр һалды. Егет махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ ғүмерен аямай һәм иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн нацистар менән ҡаты алышҡа инә. Тамерлан кесе сағынан уҡ ярҙамсыл һәм изге күңелле егет булып үҫте, тип хәтерләй уны өләсәһе Сара Ғәниева. Шулай уҡ Радий Хәбиров эшҡыуарҙар һәм Урал Аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашты.Радий Хәбиров билдәләүенсә, муниципалитеттар башлыҡтары менән яңы форматта эш башлана. Әбйәлилдәге осрашыу беренсеһе. Унда хакимиәт башлыҡтары 24 мәсьәлә буйынса үҙ фекерҙәрен әйтте. Киләсәктә лә кешеләр өсөн кәрәкле объекттар төҙөүҙе, юлдарҙы, бәләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.







