Ул Елена Коллегова пьесаһы буйынса сәхнәләшерелгән һәм хәҙерге замандың киҫкен һәм әһәмиәтле темаларына — бурысҡа, шәхси яуаплылыҡҡа, хәтергә һәм ысын патриотизмға арналған. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмға актерҙар һайлап алғанда көсөргәнешле мәл. Баш ҡала режиссеры кастингка килгән актер менән осраша, йәш актер өсөн һуғыш сценарий ғына түгел, ә шәхсән кисереш булып сыға. Уларҙың диалогы – тормошҡа төрлө ҡараштар бәрелеше. Спектакльдә бурыстың асылы, нимә ул батырлыҡ һәм шәхсән яуаплылыҡ тураһында һорауҙар күтәрелә. Режиссер һәм башҡорт теленә тәржемә авторы — Хөрмәтулла Үтәшев.
Яҙмыштары көтөлмәгәндә үрелеп барған геройҙарҙың шәхси драмалары аша пьеса патриотизмдың көслө һүҙҙәр түгел, ә эске һайлау һәм кешелек менән үлсәнә торған ғәмәлдәр булыуын күрһәтә. Был хәтер, тормош хаҡы һәм ауыр һынауҙар алдында кеше булып ҡалыу тураһында тәрән һөйләшеү.
Төп герой Артем кастингта хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында әйтә. Ни өсөн? Режиссерҙың был һорауында пьесаның ғына түгел, бөгөнгө көндөң дә төп вәзғиәте күрһәтелә. Ни өсөн? Ошо уҡ һорауҙы Гатин финалда улы Вадимға ла бирәсәк.
Был һорауға яуапты геройҙар ҙа, тамашасы ла спектакль дауамында эҙләй. Әйткәндәй, спектаклдең генераль репетициялары алдынан артистар әҫәрҙең төп геройының прототибы, Луганск драма театры артисы Артем Малахов менән онлайн-осрашыу үткәрә. Тап уның ысын тарихы пьесаның нигеҙенә һалына.
Спектакльдә төп ролде башҡарыусы — Азат Вәлитов. Ул актер, шуға күрә уның хистәре бик аңлайышлы һәм яҡын, был бигерәк тә сәхнәлә эшләгәндә ҡиммәтле, тип билдәләй ул.
Спектаклдең йөрәкте телеп үткән күренештәренең береһе — Артемдың ҡатыны Алина менән хушлашыуы. Спектаклгә ике составта талантлы актерҙар йәлеп ителгән. Спектакль башҡорт һәм рус телдәрендә сәхнәгә сығарыла. Уның премьераһын башҡорт телендә 9 апрелдә ҡарарға мөмкин.







