Радий Хәбиров махсус хәрби операция шарттарында илдең сәйәси партияларының берҙәмлек күрһәтеүе бик мөһим, тип билдәләне. Төбәк етәксеһе шулай уҡ республиканың идара итеү командаһының төп бурыстары хаҡында ла һөйләне. Иң мөһиме- барыһы ла еңеү өсөн, үҙеңде, яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау, тине республика башлығы.
Башҡортостанда төрлө кимәлдәге 549 йәш депутат бар. Улар урындағы халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләй һәм биләмәләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе яҡындан белә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәш депутаттар төбәктең буласаҡ идарасылары, алдағы йылдарҙа ҡалаларҙы, райондарҙы, республиканы үҫтерергә тейешле белгестәр.







