Башҡортостандан хәрби хәбәрселәр-ветерандар шифаханала дауалана аласаҡ

Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү сараларын киңәйтеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы
Документҡа ярашлы, шифаханала дауаланыу мөмкинлеге киң мәғлүмәт сараларының айырым категория хеҙмәткәрҙәре – хәрби журналистика ветерандарына бирелә. Республикала әле тиҫтәгә яҡын хәрби хәбәрсе иҫәпләнә.