Космос аҙналығы

65 йыл элек совет кешеһе беренсе тапҡыр йыһанға оса һәм ошо мәлдән башлап кешелек тарихында яңы дәүер башлана

Әле лә космос илде берләштереүсе көс. Бөтә Рәсәй Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Русский космос» телемарафоны киң ҡоласлы проект — ул бер эфирҙа тиҫтәләгән төбәкте берләштерҙе.

11 апрелдә Бөтә Рәсәй теле һәм радиотапшырыуҙар компанияһында "Русский космос" тип исемләнгән ҙур телемарафон башланды, сара яҡынса 16 сәғәт дауам итеп бөтә илде берләштерҙе. Был ябай телетапшырыу ғына түгел, ә ваҡыт һәм арауыҡ аша ысын сәйәхәт. Эфир Алыҫ Көнсығыштан алып көнбайыш төбәктәрен үҙ эсенә алды. Төрлө ҡалаларҙағы студиялар сиратлап бәйләнешкә сыҡты, илдең йыһан ҡаҙаныштары артында торған һәм әле лә үҙ ғүмерҙәрен йыһан менән бәйләгән шәхестәр тураһында һөйләне. Ғалимдар, инженерҙар, йәш белгестәр – уларҙың һәр береһе космос тураһындағы оло һөйләшеүҙең бер өлөшөнә әйләнде. "Русский космос" тип исемләнгән ҙур телемарафон «Башҡортостан 24» телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде. Алһыу Зарипованың махсус репортажы — йыһанды Ерҙән башлаған шәхестәргә арналған.

Улар араһында — Өфө уҡытыусыһы Алексей Алликас та бар. Репортаж республиканың мөһим ваҡиғаларын, тарихын һәм ҡаҙаныштарын бергә тупланы, һәм бөгөнгө көндә лә улар беҙҙе йыһанды үҙләштереү идеяһы менән берләштерә.Ойошма һәм музейҙар ярҙамында үткәрелгән бәйләнеш тамашасыларҙы архив материалдары, заманса ҡорамалдар, бөгөн дә космос тарихын дауам итеүсе шәхестәр менән таныштырҙы. Быларҙың барыһы ла быуындар бәйләнешен нығытыуға ярҙам итә. Юрий Гагариндың батырлығынан алып яңы проекттарға сығырға, яңы кадрҙар әҙерләргә этәргес булып тора. «Русский космос» телевизион тапшырыуҙан да ҙурыраҡ ваҡиғаға әүерелде. Ул – төрлө ҡалалар һәм кешеләрҙе, фән, хыял һәм асыштарҙы берләштереүсе уникаль проектҡа әйләнде.