Йыһанда гөл үҫтереп буламы?

Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы юғары технологияларҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнә бара.
  • Йыһанда гөл үҫтереп буламы?

Ҡайһы бер ғалимдар юғары уңыш өҫтөндә эшләгәндә, башҡалары йыһан аппараттары өсөн чиптар етештерергә әҙерләнә. Йыһанда баҡса үҫтереү һәм Башҡортостандың ниндәй инновациялары йондоҙҙарға барып етә алыуы хаҡында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында.

Ике Петри кәсәһе, цикорийҙың бер төрө, әммә төрлө һөҙөмтә. Сер — туҡланыу мөхитендә. Уңышлы һәм уңышһыҙ тәжрибә араһындағы айырма Өфө кампусында ғалимдар эшләгән геномлы мөхәррирләү процесының нескәлектәрен күрһәтә. Молекуляр биоинженерия лабораторияһында тамырҙарҙы үҙгәртеү менән дә шөғөлләнәләр. Һөҙөмтәлә белгестәр үҫемлектең яҡшыртылған вариентын ала, ул киләсәктә фармацевтикала ла, ауыл хужалығында ла ҡулланылыр, тип көтөлә. Ғалимдар уңыштарға өлгәшеп тә өлгөргән. Мәҫәлән, ҡоролоҡҡа ныҡ сыҙамлы һәм юғары уңыш биреүсе трансген бойҙай булдырыла.

Лабораторияға кире әйләнеп ҡайтайыҡ: Петри кәсәләрендәге культура етерлек кимәлдә нығынғас, уны климатҡа яраҡлаштырыу өсөн пробиркаларҙан сығаралар.Үҫемлекте үҫтереп уны ерҙә үҙгәртергә була, ә йыһанда? Гравитация булмауы, яҡтылыҡ менән бәйле мәсьәләләр, радиация һәм температура үҙгәреүе кеүек был процесты ҡатмарлаштырыусы сәбәптәр. Әлегә оранжереялар киләсәк эше булып ҡалһа ла, был өлкәләге эштәр илебеҙҙә 1980 йылдарҙан алып барыла. Беренсе йыһан үҫемлеге — йәшел һуған. Ул талапсан түгел, витаминдарға бай.

1978-се йылда космонавт Владимир Коваленок һәм Александр Иванченков Салют-4 станцияһында уны Оазис ҡоролмаһында үҫтереп ашайҙар. Шул уҡ ваҡытта, илдә Космос тип аталған ҙур милли проект ғәмәлгә ашырыла. Уның төп бурыстарының береһе — орбиталағы юлдаштар һанын күп тапҡырға арттырыу.

Хәҙерге заман йыһан аппараты бәләкәс кенә булһа ла, технологик яҡтан бик ҡатмарлы ҡоролма. Айырыуса элемтә системаһы. Тап уны камиллаштырыу өҫтөндә Өфө ғалимдары ла эшләй.Төбәк өсөн уникаль объект – фотоника үҙәге вуз-ара студенттар кампусының әле төҙөлөп ятҡан корпусында барлыҡҡа киләсәк. Уны эшләтеп ебәреү Өфөгә ярымүткәргес чиптар етештереүҙе яйға һалырға мөмкинлек бирә, был ысын технологик алға китеш. Майҙансыҡтың төп өҫтөнлөгө — «берҙәм тәҙрә» принцибы: ғалимдар йыһан аппараттары өсөн ҡатмарлы компоненттарҙы бер лабораторияла эшләй һәм һынап ҡарай ала.