Өфөлә рәссам Йәмил Әхмәтғәлиевтың күргәҙмәһе асылды

Уның бөтә картиналары акварель техникаһында яҙылған.

Күргәҙмәне тәүгеләрҙән булып хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова күрҙе.

«Өфө акварелдәрҙә» күргәҙмәһе – рәссамдың туған республикаһына булған мөхәббәтен сағылдыра. Еңел, үтә күренмәле буяуҙарҙа ул баш ҡаланы, уның тыныс урамдарын, боронғо йорттарҙы һәм яҡты хәтирәләрен мауыҡтырғыс сифаттарҙа сағылдыра. Рассамдың эштәрендә таныш урындар, ундағы һәр һыҙаттар, тыуған ерҙең һулышы һиҙелә.Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас ул яратҡан эшенә ныҡлап тотона. Бөгөн Йәмил Әхмәтғәлиев Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы. Ул бала саҡтан һүрәт төшөрә. Сәнғәт мәктәбен, ә һуңынан башҡорт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар дәүләт автоинспекцияһында эшләй, әммә ижад тураһында ла онотмай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен тулыһынса сәнғәткә бағышлай.

Йәмил Әхмәтғәлиев 2010 йылдан ул халыҡ-ара һәм Рәсәй күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Уның эштәре Рәсәй генә түгел Иран, Төркиә, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Әзербайжан музейҙарында һәм шәхси коллекцияларында һаҡлана.Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәрҙә боронғо Өфө һүрәтләнгән. Рәссамға ҡаланың элекке ҡиәфәте тураһында хәтирәләрен һаҡлап ҡалыу мөһим. Баш ҡала тиҙ үҙгәрә һәм, бәлки, бер нисә йылдан һуң был картиналар уның тарихы булып китер. Күргәҙмә «Арт-эксперт» галереяһында 31 майға тиклем дауам итә.