Иң яҡшы тарихи сценарий

Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара кинофестиваль белгестәре башҡорт халҡының ысын булмышын сағылдырған «Ырғыҙ» романы авторы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошон сағылдырған «Романистка» тулы метражлы фильмын юғары баһаланы.
  • Иң яҡшы тарихи сценарий

«Башҡортостан» киностудияһы сценарисы һәм мөхәррире Анна Мырҙабулатова «Иң яҡшы тарихи сценарий» номинацияһында еңеү яуланы. 2023 йылда картина «Юл формулаһы» кино һәм сериалдар лабораторияһының питчинг финалисы булғайны. 2024 йылда фильм «Питер КИТ» халыҡ-ара кинофестивале конкурсында ҡатнашты, былтыр Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Дөйөм Рәсәй сценарийҙар конкурсы лауреаты исемен алды.