Тап уларҙың эшенә тотош фронттың уңышы бәйле. Саперҙар менән сираттағы хәрби заданиеға беҙҙең хәбәрселәр ҙә сыҡты. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Ярҙамсыһыҙ саперҙар костюмын кейеп тә булмай. Ләкин йәҙҙәрсә тапҡыр хәрби заданиеға сыҡҡан «Тигр» һаҡланыу сараһының күпселек өлөшөн үҙе эләктерергә күнеккән. Иптәштәре костюмды теүәлләп сыҡҡандан һуң, сапер сираттағы заданиеға юллана. Беҙ бәрелештәр һыҙығынан алыҫ түгел. Һуҙылырға ярамай. Ләкин ниндәй генә шарттарҙа булмаһын саперҙар сәбәләнмәй. Һауа таҙалығы өсөн «Метис» ҡушаматлы яҡташыбыҙ яуаплы. Алда барғандар аяҡ аҫтын күҙәтһә, уның ҡарашы һәр саҡ күккә төбәлгән. Ә «ҡоштар» был урманда йыш оса. «Тигр» юл ситенә ҡолап төшкән дрондарҙың береһен таба.
«Певец» ҡушаматлы яугирҙы республика халҡы йырсы булараҡ яҡшы белә. Полкташтары алдында йыш сығыш яһай. Әммә хәрби задание мәлендә уны беренсегә күрәбеҙ. Етди ҡараш, йыйнаҡлыҡ һәм батырлыҡ — әйтерһең дә, ике төрлө кеше. Сәхнәнән айырмалы, хәрби бәрелештәр театрында тамашасыға әүрәп китеү үлемгә тиң, ти ул.
Күп тә бармай саперҙар йәнә бер шартламаған снаряд таба. Был юлы «Марковка» тип йөрөтөлгән гранатомет припасы. Ул да урында уҡ юҡ ителә. Хаталаныу хоҡуғы юҡ. Юлдарҙы миналарҙан таҙартыу, шартламай ҡалған снарядтарҙы зарарһыҙландырыу саперҙарҙың һөҙөмтәле эш итеүенә фронт һыҙығының алға күсеүе туранан-тура бәйле. Тап улар полктың башҡа подразделениеларына һөжүмгә барыу өсөн юл аса.







