Ришат Фәтхинислам улы Миндийәров Ҡариҙел районы Абдулла ауылында тыуып үҫә. Ул бар ғүмерен журналистикаға бағышлай. Радиола тәүге тәжрибәһен 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда ала. "Радио-2" каналын ойоштороуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барыусы, яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһы етәксеһе була. 2016 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Ришат Фәтхинислам улын сарала ҡатнашыусылар уның яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. «Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» тип аталған фәнни конференцияла район журналистары һәм абдуллалар Ришат Миндийәровтың исемен мәңгелләштереү маҡсатында проект өҫтөндә эш алып барыу тураһында Унлар йыйыны резолюцияһына тәҡдимдәр индерҙе.
Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын
Ҡариҙел районы Абдулла ауылында «Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» тип аталған фәнни конференция үтте. Ул билдәле журналист Ришат Фәтхинислам улы Миндийәров иҫтәлегенә арналды.







