Кешеләр ҙур һыуҙы ҡаршы алырға әҙерме?
Ағиҙел йылғаһының боҙҙан тулыһынса әрселеү ваҡыты апрелдең икенсе декадаһына, ә яҙғы ташҡындың иң көслө мәле май башына тура киләсәк. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.Ҡотҡарыусылар Затонда урынлашҡан “Йәйғор” һәм “Аҡсарлаҡ” баҡсаларына барып һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янаған йорт хужалары сенән осрашты. Улар ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатты. Белгестәр хәбәр итеүенсә, Өфөлә яҙғы ташҡын норманан 20-70 см-ға юғарыраҡ көтөлә.