Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр “Эдем” туристик фирмаһынан үҙ аҡсаларын ҡайтара алмай

Тулыраҡ: Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр “Эдем” туристик фирмаһынан үҙ аҡсаларын ҡайтара алмай

Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр “Эдем” туристик фирмаһынан үҙ аҡсаларын ҡайтара алмай.

Кисә ҡалала судҡа тиклем тыңлауҙар үтте. “Эдем” туристик фирмаһының тупһаһы аша үткән кешеләр араһында йөҙҙән ашыу алданыусы. Уларҙың аҡсаларын ҡайтарыуҙары ла икеле. Сөнки ойошма башҡа эшләмәй. Бер ай элек уның яҙыуын да алғандар. Ә хужаһы бөтөнләй Өфөгә күсеп киткән, ти зыян күреүселәр. Шулай ҙа, Благовещенда үткән судҡа ғәйепләнеүсе килде. Шунда уҡ, алданған клиенттары аҡсаларын ҡайтарыуын таптыра башланы. Ә ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тик адовакты ғына Екатерина Карачеваны аҡларға маташты. Судҡа тиклем тыңлауҙар ябыҡ режимда үтте. Ишектән ризаһыҙлыҡ белдергән тауыштар ғына ишетелә ине. Әлбиттә, ике йыл дауамында барған низағтан кешеләрҙең түҙемлеге сиккә еткән.Алданыусыларҙың күп өлөшө хаҡлы ялдағылар. Улар шифаханала һаулығын нығытырға йыйынған. Һөҙөмтәлә, киреһенсә, баштарына бәлә генә алған.Благовещен туристары барлыҡ ғәйеп агентлыҡ етәксеһе Екатерина Карачевала, тип иҫәпләй. Күптәр компания хужаларын судҡа биреп, үҙенең дөрөҫлөгөн дәлилләһә лә, аҡсаларҙы кире ҡайтарыу һаман да икеле. Был судҡа тиклем тыңлауҙарҙы ла, Карачеваның яңы адвокаты эш менән танышып өлгөрмәү сәбәпле, бер айға күсерҙеләр.