Билдәле сенатор Джон Маккейн “Дональд Трамп һәм уның хакимиәте Идлибтағы химик һөжүм өсөн өлөшләтә булһа ла яуап бирергә тейеш,”-тип белдергән. Америка Сүриәлә Хөкүмәт ғәскәрҙәре базаһына 50 “Томагавк” ракетаһы осорғайны. Сүриә етәкселеге Дамасктың химик һөжүмгә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ, тип бер-нисә тапҡыр рәсми белдереү яһаны.
Ингушетияла “Имарат Кавказ” террорсыларының ҡорал һаҡлау урыны асыҡланған. Ике гранатомет, кумулятив 21 снаряд, танкка ҡаршы гранаталар, төрлө калибрҙағы 11 мең патрон, гранатомет өсөн боеприпастар табылған.
Германия бәлиғ булмағандарҙың никахтарын ғәмәлдәр сығарырға йыйына. Ошо туралағы законды министрҙар кабинеты хуплаған. “Балаларҙың никахҡа инеүенә күҙ йомоу енәйәткә тиң”-тигән илдең юстиция министры. Былтыр Германияла 1 мең 500 бала никахлашҡан. Уларҙың күбеһе 14 йәшкә лә етмәгән.
Һиндостандың Ченнаи ҡалаһындағы төп магистралдәрҙең береһендә асфальт ишелгән. Соҡорға автобус һәм еңел автомобиль төшөп киткән. Бер-нисә пассажир йәрәхәтләнгән.
Бөйөк Британияла йылҡысылар аттарының тәненә төрлө һүрәттәр яһай башлаған. Йәнәһе лә, тиреләге йөндө ҡырҡыу ысулы атты тирләтмәй. Уның эшкә һәләтлелеге арта.