Экстремалдар ваҡытынан алда үҙ миҙгелен асты

Башҡортостан йылғалары буйлап йөҙөргә яратыусы экстремалдар ваҡытынан алда үҙ миҙгелен асты.
  • Экстремалдар ваҡытынан алда үҙ миҙгелен асты

Шуға ла именлек тәьмин итеү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Белорет районындағы Бәләкәй Инйәр йылғаһында өҫтәмә постар ҡуйҙы. Улар туристар менән шәхсән осрашып хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләшкән. Тау йылғаларының яҙғы ташҡын мәлендә шашып аҡҡаны барыһына ла билдәле. Кәмәләрҙә йөҙөп төшөр алдынан барлыҡ туристар ҙа Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы сәхифәһендә теркәлергә тейеш.