Нуриман районында яңы проекттар бойомға ашырыла.
Төбәктә хәҙер туризм тармағына иғтибар арта. Агросәнәғәт өлкәһенә йүнәлтелгән инвестициялар ярҙамында эш урындарын арттырыуға өлгәшелгән. Нуримандағы үҙгәрештәр менән Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов танышты. Өфөгә яҡын урынлашыу Нуриман өсөн иҡтисади йәһәттән отошло. Һуңғы йылдарҙа районың ауыл хужалығы тармағындағы яңы программаларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Урман ауылы янында эш башлаған мал һимертеү комплексы уңышлы миҫалдарҙың береһе. Йыл әйләнәһенә асыҡ һауала тотолған башмаҡтарҙы ашатыу, эсереү тулыһынса техника ярҙамында башҡарыла. Тик бөгөн өлгәшелгән уңыштар менән мөрхәтһенергә ярамай. Агросәнәғәт комплексы кәм тигәндә лә алдағы биш йылға маҡсаттарҙы билдәләп эшләргә тейеш. Рөстәм Зәки улы ошо турала айырым белдерҙе. Нуримандың ауыл хужалығы тармағында әле малсылыҡ менән бер рәттән йәшелсәселек йүнәлешенә лә иғтибар арта. Инвесторҙар районда салат, әнис һәм башҡа төр культуралар сәсеп тә аҡса эшләй. Нуриман халҡы районда социаль обьекттар һанының артыуына ла ышаныс белдерә. Әйтәйек, Ҡыҙыл Шишмә ауылында яңы мәктәп кәрәк. Сөнки 330 бала район үҙәгендәге берҙән-бер мәктәптә икенсе сменала шөғөлләнә. Килеп тыуған хәлде бер-ни тиклем кимәлдә яйға һалыу өсөн, “Йәйғор” балалар баҡсаһында беренсе синыф уҡыусылары шөғөлләнә. Нуримандың Өфөгә яҡын урынлашыуы районда туристик проекттарҙы бойомға ашырыуға ныҡлы нигеҙ. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренә ҡарағанда, “Тыныс яр” туристик комплексы һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы әүҙем ял үҙәге урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуҙа ярҙам итергә тейеш. Нуримандағы һуңғы йылдарҙағы социаль үҙгәрештәр маҡсаты- район халҡының йәшәү кимәлен яҡшыртырға тейеш. Әгәр ҙә был программалар тулыһынса тормошҡа ашырыла ҡалһа, район республиканың иҡтисад тауында үҙ аяғында ныҡлы баҫып тора аласаҡ.